Силәбе өлкәһендә 60 йәштән өлкәндәр һәм студенттар өсөн мотлаҡ вакцинация индерелә. Студенттар һәм пенсионерҙар - 20 декабргә тиклем беренсе компонентты, икенсеһен 10 ғинуарға тиклем эшләтергә тейеш. Был туралағы ҡарарға төбәктең баш санитар табибы Анатолий Семенов ҡул ҡуйған. Документта, Силәбе өлкәһендәге эпидемиологик хәл имен түгел, тиелә. Һуңғы аҙнала коронавирус менән ауырыусылар ныҡ артҡан. Башлыса 18-29 йәшлек пациенттар иҫәбенә үҫеш бара, тип билдәләй ҡарарҙа Анатолий Семенов. Был категорияла ауырыу айырыуса студенттар араһында артҡан. Бынан тыш, 60 йәштәгеләр һәм унан өлкәнерәктәр төркөмөндә сирләүселәр 16 процентҡа күбәйгән.