Хәҙер ПЦР-тестар 72 сәғәт урынына 48 сәғәт кенә ғәмәлдә була. Роспотребнадзор башлығы Анна Попова һүҙҙәренсә, был яңы омикрон-штамдың үҙенсәлектәре менән бәйле.
Рәсәй белгестәре әлегә илдә яңы штамды йоҡтороу осраҡтарын теркәмәгән, тип билдәләне ул. Шуға ҡарамаҫтан, Роспотребнадзорҙа омикрон-штамды асыҡлау өсөн махсус тест әҙерләгәндәр.
Бынан тыш, коронавирустың яңы штамы табылған илдәрҙән ҡайтҡан граждандар 14 көн карантинда ултырырға тейеш.
Попова әйтеүенсә, яңы вирус тиҙ тарала, бик хәүефле. «Яңы төрхәүеф тыуҙыра һәм төрлө яҡлап өйрәнеүҙе талап итә», — тине ул.