+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
4 Декабрь 2021, 08:15

Медицина ойошмалары компьютерҙар менән йыһазландырыла

Компьютерҙар медицина хеҙмәткәрҙәренә Дәүләт һаулыҡ һаҡлау мәғлүмәт системаһында эшләү өсөн тәғәйенләнгән. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына һәм уның “Һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур төҙөү” төбәк проектына ярашлы, 2019-2020 йылдарҙа республиканың медицина ойошмаларында 13 780 автоматлаштырылған  эш урыны булдырылды. Компьютерҙар медицина хеҙмәткәрҙәренә Дәүләт һаулыҡ һаҡлау мәғлүмәт системаһында эшләү өсөн тәғәйенләнгән. 2021 йылдағы килешеүгә ярашлы, медицина ойошмалары тағы ла 2 653 автоматлаштырылған эш урыны аласаҡ.

Бынан тыш, компьютер техникаһы менән йыһазландырыу телемедицина консультациялары ойоштороу, санитар транспортты файҙаланыу мөмкинлектәрен арттыра, лаборатор һәм диагностик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһен электрон рәүештә тапшырыуҙы тәьмин итә.

Фото:Tuvest.ru

Автор:
Читайте нас: