Һаулыҡ һаҡлау
6 Декабря 2021, 10:40

Коронавирус менән хәл тотороҡланамы?

6 декабргә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, республикала бер тәүлектә 632 кеше коронавирус йоҡторған.

 Был хаҡта бөгөн Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. Әле тажзәхмәт менән сирлеләрҙең дөйөм һаны — 110 280.

«Ауырыуҙарҙың дөйөм һанынан 90 проценттан ашыуы һауығып сыҡҡан», — тине Забелин.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе амбулатор шарттарҙа — 6 859, стационарҙа 450 пациенттың дауаланыуын әйтте.

«Әлеге ваҡытта стационарҙа ковид һәм пневмония менән сирләгәндәрҙе дауалау өсөн 2800 урын бар», — тине Максим Забелин.

«Республикала  вакцинация дауам итә», тип билдәләне ул. Коронавирус инфекцияһынан прививканың беренсе компонентын 2 31 793 кеше яһатҡан, 1 798 250 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Забелиндың сығышы буйынса үҙ фекерен белдерҙе.

«Беҙ хәлдең тотороҡланыуын, ҡайҙалыр үлем осраҡтарының кәмеүен теркәйбеҙ. Ковид буйынса һаулыҡ һаҡлау системаһына көсөргәнеш тә кәмене. Вакцина яһатыуға килгәндә иһә көн дә күҙәтеп барам, көнөнә нисә кешенең прививка эшләтеүе хаҡында мәғлүмәт еткереп торалар. Ял көндәрендә аҙыраҡ, ошо ике аҙнала темп уртаса булды. Муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итәм. Ике миллион кешегә прививка яһаныҡ, тағы 400 меңе ҡалды. Был ҡатмарлыраҡ. Сөнки улар — вакцинаның кәрәкле булыуына ышанмаған кешеләр. Ләкин уларҙы ла күндерергә кәрәк», — тине Р. Хәбиров.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас