Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостандың Ковидҡа ҡаршы ситуациялар үҙәге координаторы Римма Үтәшева хәбәр итеүенсә, 29 ноябрҙән 5 декабргә тиклем үҙәк белгестәре халыҡтың 4 737 мөрәжәғәтен ҡабул иткән.
«Ҡыҙыу бәйләнеш» (347) 218-19-19 телефоны буйынса көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Ул асылғандан алып, бөтәһе 379 727 кеше мөрәжәғәт иткән. Шылтыратыуҙарҙың күбеһе коронавирусҡа ҡаршы прививкаға яҙылыуға, өйҙә амбулатор дауаланыуҙы ойоштороуға, тест һөҙөмтәләрен аныҡлауға бәйле.