Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй медицина форумы барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың һаулыҡ һаҡлау тармағы хеҙмәткәрҙәре араһынан 45 кешегә дәүләт наградалары тапшырҙы.
- Ҙур хөрмәт, сикһеҙ рәхмәт тойғоһо менән бар республика халҡы исеменән иң изге һүҙҙәрҙе еткерәм. Һеҙҙең иңегеҙҙә - ҙур йөкләмә. Ике йыл инде бергәләп мәкерле сиргә ҡаршы көрәшәбеҙ. Ауыр юл үттек. Бында – һеҙҙең ҡаҙаныштарығыҙ. Кешелек сифаттарығыҙ, һөнәри оҫталығығыҙ арҡаһында коронавирусты тотоп ҡала алдыҡ. Бихисап кешене дауаланығыҙ, тик күптәрҙе юғалттыҡ та, - тине сығышында Радий Фәрит улы. - Ғәҙәттән тыш хәлдә эшләһәк тә, төп маҡсатыбыҙ – хәлһеҙләнмәгән һаулыҡ һаҡлау системаһы менән пандемиянан сығыу. Шуға, ҡатмарлылыҡтар һәм айырым юғалтыуҙар булһа ла, медицина өлкәһенең матди базаһын нығытыуҙы дауам итәбеҙ. Был – яңы объекттар төҙөлөшө, уларҙың барыһын да һанап бөтөү мөмкин түгел. Бер нисә ҙур поликлиника һала башланыҡ. Ҡуйылған мәсьәләне хәл итербеҙ тип ышанам.
Республика Башлығы һаулыҡ һаҡлау тармағының 36 хеҙмәткәрен – шәфҡәт туташтары, фельдшерҙар, табиптар – юғалтыуыбыҙ хаҡында әйтте, уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү мөһимлеген билдәләне.
Бөгөн табиптар ғына түгел, медицина ойошмаларын кислород менән тәьмин итеүселәр ҙә наградланды. “Әле тәүлегенә 10-15 тонна файҙаланабыҙ. Элек 80-гә етә ине, шул ваҡытта предприятиеларға мөрәжәғәт иттек. “Башҡортостан сода компанияһы” бик оператив ярҙам итте. Йәғни коронавирусҡа ҡаршы барыбыҙ бергә көрәшәбеҙ, - тине Радий Фәрит улы. - Ниндәй шарттарҙа эшләүегеҙ хаҡында ишетеп кенә түгел, күреп беләм. Ҡайһы саҡта ғәҙел булмаған һүҙҙәр ҙә ишетәһегеҙ. Һеҙҙе ныҡ хөрмәт итәм. Бик рәхмәтлемен: ҙур эш атҡараһығыҙ”.
Фото: glavarb.ru