Һаулыҡ һаҡлау
15 Декабря 2021, 04:15

Путин түләмде арттырырға ҡушты

Ил башлығы байрамда коронавирустан дауалаусы медиктарҙы хәстәрләй.

Добавить в предпочтительные источники Google

Рәсәй президенты Владимир Путин хөкүмәткә яңы йыл байрамдары осоронда коронавирус менән ауырығандарҙы  дауалаусы табиптарға икеләтә түләү өсөн аҡса табырға ҡушты.

«Быйыл, 2021 йылда, яңы йыл байрамдарында ковид сирлеләр менән эшләгән медицина һәм социаль хеҙмәткәрҙәр өсөн махсус өҫтәмәләр түләүҙе тәьмин иттек. Хөкүмәттән 2022 йылда ла байрам көндәрендә шулай эшләүҙәрен һорар инем», - тине дәүләт башлығы хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмәлә.

Финанс министры Антон Силуанов һүҙҙәренсә, ил бюджеты бындай түләүҙәр мөмкинлегенә эйә. Бының өсөн 8 миллиард һум аҡса талап ителә.

Фото pixabay.com.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас