Дөйөм хаҡы 222,3 миллион һумлыҡ ике ҡеүәтле диагностикалау комплексы быйыл онкологтар ҡарамағына килгән. Бер аппарат Республика онкология диспансерына ҡуйылды. Табиптар яңы медицина ҡорамалында 2021 йылдың июленән эшләй башлаған. Ошо ваҡыт эсендә улар 2181 пациентты ҡабул иткән, 6 674 тикшереү үткәргән.
Икенсе аппарат Октябрьскийҙағы республика онкология диспансеры филиалында урынлаштырылған. Яңы томографтар клиника хеҙмәткәрҙәре эшендә яҡшы ярҙам булып тора. Улар онкология сирҙәренең башланғыс стадияларын асыҡларға, дауалау һөҙөмтәлелеген контролдә тоторға, хирургия операцияларын һәм нур терапияһын планлаштырырға мөмкинлек бирә. Республика халҡы был аппараттарҙа күрһәтмә йәки үҙе йәшәгән урыны буйынса дауалаусы табиптан бирелгән йүнәлтмә булғанда бушлай тикшеренеү үтә ала.