Яңы йылға тиклем республикала коронавирусҡа ҡаршы указға бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр индерелмәй. Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелиндың докладынан һуң ошо хаҡта белдерҙе.
Шулай уҡ ул һаулыҡ һаҡлау министрына һәм Роспотребнадзор башлығы Анна Казакка коронавирустың «омикрон» штамы таралыуға бәйле хәлде контролдә тоторға ҡушты.
Коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинацияға килгәндә, ағымдағы темп һаҡланһа, республика февраль баштарында уҡ коллектив иммунитет булдырыуға өлгәшергә мөмкин, тине Радий Хәбиров.
20 декабргә Башҡортостанда 2 133 517 кеше, йәғни халыҡтың 86% вакцинаның беренсе компонентын алған. Ә 1 955 796 кеше — халыҡтың 76% вакцинацияны тулыһынса тамамлаған.