Һаулыҡ һаҡлау
23 Декабря 2021, 10:25

«Совет заманында прививка яһауға ризалыҡ һорап торманылар»

Президенттың матбуғат конференцияһы дауам итә. Тәүге һорауҙар, әлбиттә, ковид, уның Африкала барлыҡҡа килгән яңы штаммы омикронға ҡағылды.

«Коронавирустың яңы тулҡыныныа килгәндә, был күренеш уның мутацияға һәләтлелегенә бәйле, — тине В. Путин. — Яңы штамдар нигеҙҙә медицина хеҙмәтләндереүе аҡһаған, халыҡ иммунитеты түбән булған урындарҙа барлыҡҡа килә. Шуның өсөн вакцинацияны йәһәтләү мөһим. Шул уҡ мәлдә вакцина яһатмаған кешеләрҙе эҙәрлекләү кәрәкме? Кәрәкмәйҙер. Көсләп таҡҡанды кем оҡшатһын. Һәр кем үҙе яуаплылыҡ тойорға тейеш. Әммә совет заманында беҙҙән рөхсәт һорап торманылар. Прививка ваҡыты етһә, һала ла сығаралар ине. Ә бөгөн СССР заманында эшләүселәр вакцинацияға ҡаршы көрәшеүселәр араһында. Был яуапһыҙлыҡ. Ялған сертификаттар эшләйҙәр. 200-ҙән ашыу эш асылған. Кемде алдайҙар улар? Милләт һаулығы мөһимерәк түгелме һуң?»

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас