

- Ер менән күк айырмаһы, - ти Шәрип ауылы фельдшеры Гөлдәр Абдрахманова, яңы медпунктты элеккеһе менән сағыштырып.
Гөлдәр Рәхмәт ҡыҙы 1987 йылда медучилище тамамлап, йүнәлтмә буйынса ошонда эшкә килгән. ”Ул мәлдә кис ауғас ҡына дизелле мотор ҡабыҙылып, ауылға электр бирелә торғайны, юл насар, ә телефон бәйләнеше булманы. Ауыр хәлдәге ауырыуҙарҙы леспромхоздың ”Урал” йәки башҡа йөк машиналарында дауаханаларға оҙатҡан саҡтар булды. Ҡатындар өйҙә бәпесләгән осраҡтар ҙа йыш ҡабатланды. Артҡа боролоп ҡараһаң, 35 йыл ғүмер эсендә тормоштоң ни тиклем алға китеүен күрәһең. Әммә ошоға тиклем ФАП-ыбыҙ иҫке, һыуыҡ булыуы, түшәмдән һыу ағыуы, бер ниндәй ҙә шарттар булмауы үҙәккә үткән мәсьәлә булып ҡала килде. Ауыл халҡы йыйындарҙа, депутаттар сессияларҙа был проблеманы әҙ күтәрмәне. Һәм, ниһәйәт, теләгебеҙ тормошҡа ашты”, - тип һөйөнә ул.
Фелдьшер ҡарамағында 326 кеше, уларҙың 106-һы – балалар. Уҙып барған йылда ауылда үлем осрағы булмаған, 8 бала тыуған,әлеге ваҡытта 6 ҡатын йөклөлөк буйынса иҫәптә тора. Һуңғы инсульт осрағы 2010 йылда булған. Коронавирус буйынса киҫкен ауырыу осраҡтары күҙәтелмәгән,пандемия башланғандан алып ике кеше пневмония диагнозы меәнн стационар дауаланған.
Халыҡ сәләмәтлеге буйынса хәлдең тотороҡло имен тороуы һаулыҡ һағы хеҙмәткәренең эшенә яуаплы ҡарауына, ваҡытында профилактик тикшеренеүҙәр, диспансеризация үткәреүгә, прививка-вакциналар яһауға бәйле.
Гөлдәр Абдрахмановаға 2014 йылда “Башҡортостандың атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре “ исеме бирелгән.