Һаулыҡ һаҡлау
5 Января 2022, 05:35

Бушлай медицина ярҙамы программаһы раҫланды

2022 йылға һәм 2023-24 йылдарҙың планлы осорона медицина гарантиялары билдәләнде.

Программала медицина ойошмаларының диспансерлаштырыу үткәреүгә сығымдарын финанслау ҡаралған. Коронавирус үткәргән сирлеләр бушлай диспансеризацияға үтеүгә саҡырыла. Ул өҙлөгөүҙәрҙе асыҡларға, табиптарҙан консультация алырға һәм ваҡытында дауалана башларға ярҙам итәсәк. Бынан тыш, программа ҡиммәтле дауалау алымдарын, шул иҫәптән йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһын файҙаланып, юғары технологиялы медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге менән тулыландырылған. Шулай уҡ программаға инсульт менән сирләгән пациенттарҙы дауалау өсөн өҫтәмә юғары технологиялы медицина ярҙамы төрҙәре индерелгән. Дөйөм алғанда,  мотлаҡ медицина страховкалауы полисы буйынса бушлай ярҙам алырға мөмкин.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас