

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы былтыр райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең матди-техник базаһын нығытыуға ҙур иғтибар бирелде. Мәҫәлән, Асҡар дауаханаһының автопаркы ике автомобиль менән тулыланды.
Уҙған йыл аҙағында Яңы Балапан һәм Шәрип ауылдарына модуль фельдшер-акушерлыҡ пункттары алынып, улар яңы йылдың тәүге көндәрендә тантанлы рәүештә файҙаланылыуға тапшырылды. Был фельдшер пункттары өсөн мебель, өҫтәлдәр, шкафтар, һыуытҡыстар алынды.
Асҡар үҙәк дауаханаһында цифрлы рентген аппараты ҡуйылды. Шулай уҡ 2021 йылдан һанлы колоноскоп ярҙамында пациенттарҙың сәләмәтлеге тикшерелә башланы.
Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын һанлаштырыу сиктәрендә 36 ноутбук алынды.
—2022 йылда ла райондың һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының матди-техник базаһын артабан нығытыу буйынса маҡсатҡа йүнәлешле эш алып барыласаҡ, — ти район дауаханаһының баш табибы Илгиз Килдейәров.