Рәсәй менән Башҡортостанда әлегә хәлдәр бер ни тиклем тотороҡло булһа ла, республика властары яңы тулҡынға әҙерләнә. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, коронавирустың таралыуына ҡаршы көрәш сиктәрендә индерелгән бөтә сикләүҙәр ҙә ғәмәлдә ҡала, тип белдерҙе Бынан тыш, яңылары ла индерелә. Республика кимәлендә үткәрелгән бөтә фестивалдәр, смотрҙар, күп кеше ҡатнашҡан физкультура саралары һуңғараҡ ваҡытҡа күсерелә. Бөгөндән хеҙмәт коллективтарында йыйылыштар, муниципалитеттарҙа кәңәшмәләр үткәреү, халыҡты ҡабул итеү тыйыла. Бөтә кәңәшмәләр ҙә онлайн тәртиптә генә үтәсәк.
– Күп кешеләр ҡатнашҡан сараларҙы яҡынса бер ай-ай ярымға күсерәбеҙ, барыһы ла ағымдағы хәлдән торасаҡ. Муниципалитеттарҙа кәңәшмәләр онлайнға күсһен, халыҡты йыймағыҙ. Юғиһә, бөтә идара итеү аппаратын юғалтасаҡбыҙ, – тине Радий Фәрит улы.
Шулай уҡ республикала битлек режимын үтәүгә рейдтар һәм qr-кодтар талап итеү дауам итәсәк. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына бөтә кәрәкле дарыуҙарҙы алырға һәм дауаханаларҙа урындар әҙерләргә ҡушылды.
Фото "Башинформ"дан алынды.