+9 °С
Облачно
Кисә мәктәптәрҙә уҡыуҙың өсөнсө сиреге башланды. Мәғариф министрлығынан белдереүҙәренсә, ковидҡа ҡаршы инспекторҙар үҙ хеҙмәтен башлаған, мәктәптәрҙә методик тәҡдимдәр стендтары яңыртылған, әгәр ҙә уҡыусының тән температураһы күтәрелеүе күҙәтелһә, ата-әсәләргә баланы мәктәпкә ебәрмәҫкә әйтелгән. COVID-19 сығанағы булған мәктәптәр ябыласаҡ, тине Радий Фәрит улы.