“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Башҡортостанда медицина учреждениеларын заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу дауам итә. Өфөнәң 21-се ҡала дауаханаһы яңыраҡ ике “Yenar Media” наркоз аппараты алды.
Медицинала наркоз-тын алыу аппараты тип газ рәүешендәге һәм шыйыҡ анестетиктарҙың дозировкаланған ҡатнашмаһы менән дөйөм анестезияны тәьмин иткән приборҙы атайҙар. Бер үк ваҡытта пациенттың йәшәү күрһәткестәрен һәм параметрҙарын билдәләй. Наркоз биргәндә аппарат пациенттың үпкәһенә тейешле кимәлдә яраҡлы температуралағы һәм дымлылыҡтағы газлы ҡатнашмаларҙы илтә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.