Поликлиникаларҙа "ҡыҙыл зоналар" ауырыуҙарҙы иртәнге 8-се яртынан алып киске 10-ға тиклем, ял көндәрһеҙ ҡабул итәсәк. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең короновирус инфекцияһы таралыуын булдырмау буйынса оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте. ПЦР анализдар алыу кабинеты иртәнге 8-се яртынан киске 8-се яртыа тиклем эшләйәсәк. Бөгөн Р. Хәбиров эште тейешенсә ойоштормаған поликлиникаларҙы тәнҡит утына тотто. Һүҙ Өфө һәм Стәрлетамаҡ райондары хаҡында барҙы.