Республикаға 12-17 йәшлектәргә коронавирустан прививка эшләү өсөн «Спутник М» вакцинаһының беренсе партияһы (2880 доза) килтерелде.
«Спутник М» — «Спутник V» препаратының биш тапҡырға еңеләйтелгән варианты, шулай уҡ ике компонентлы вакцина булып тора.
Прививканы район поликлиникаларында яһатырға мөмкин. Медицина учреждениелары иртәнге 7-се яртынан киске 8-гә тиклем эшләй.
Балаларға вакцина теләк буйынса яһала. Шул уҡ ваҡытта 15 йәше тулмаған балаға ата-әсәләрҙең ризалығы мотлаҡ шарт булып тора.
Бөгөнгө көнгә ҡарата беҙҙең районда 28 үҫмергә вакцина эшләнгән.