

Хәҙерге көндә һәр һөнәр эйәһенең дә үҙ байрамы барҙыр, моғайын. 9 февралдә, мәҫәлән, теш табиптары Халыҡ-ара стоматолог көнөн билдәләй.
Ишҡол фельдшер-акушерлыҡ пунктында теш табибы бүлмәһе күптән эшләп килә. Бында халыҡты стоматолог Ф. С. Әбсәләмова ҡабул итә.
— Мин районға эшкә ҡайтҡан осорҙа Асҡар дауаханаһының баш табибы булған Юрий Яковлевич Шунин Ишҡолға кеше тапҡансы өс ай шунда эшләп тор тип ебәргәйне, киләһе йыл утыҙ йыл тула инде, — тип йылмая Фәниә Сафуан ҡыҙы.
Асҡар мәктәбен тамамлағас, Фәниә Заһретдинова ике йыл район дауаханаһының балалар бүлексәһендә санитарка булып эшләгәндән һуң, Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә. Педиатрға уҡырға теләгән ҡыҙ шулай ҙа бала саҡтан күңеленә ятҡан теш табибы булырға ҡарар итә.
Студент саҡта уҡ яҙмышын Ырымбур егете Ғилман Әбсәләмов менән бәйләгән Фәниәнең диплом алғанда бер йәшлек улы була. Табип булараҡ хеҙмәт юлын Фәниә Сафуан ҡыҙы Өфөләге 6-сы дауаханала башлай. Бында ике йыл эшләгәндән һуң, йәш ғаилә Әбйәлилгә ҡайтып төпләнә.
— Тәүге йылдарҙа теше һыҙлаған кешеләр төн, байрам тип торманылар, ҡасан теләйҙәр шунда килеп инерҙәр ине һәм мин пунктҡа барып тештәрен һурып йә дауалап ҡайта инем. Хәҙер халыҡ эш ваҡытында ғына мөрәжәғәт итә. Өҫтәүенә, табипҡа алдан яҙылып килеүгә лә өйрәнделәр, шуға сират булмай, һәр кем тәғәйен ваҡытҡа килеп, үтә лә ҡайта. Әлбиттә, ашығыс осраҡтарҙа яҙылыуһыҙ ҙа ҡабул итәм. Сирле кешегә ярҙам итмәйенсә ҡайтарып ебәреп булмай бит, — ти табип.
Фәниә Әбсәләмова райондың иң тәжрибәле стоматологтарының береһе. Табиптың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте төрлө кимәлдәге Маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән билдәләнгән.
Ишҡолдың теш табибына биләмә ауылдарынан ғына түгел, райондың төрлө мөйөштәренән дә киләләр. Кемдер тешен һурҙыртһа, икенсеһе дауалатыуға килә, бәғзеләре теш ҡуйҙыртырға йөрөй.
— Кешеләр тик бик һуңлап мөрәжәғәт итәләр. Стоматологҡа бит, һуңлағанға ҡарағанда, алдараҡ барыуың хәйерле. Теште дауаларға түгел, күберәк һурҙыртырға, ҡуйҙыртырға килеүҙәре үкенесле. Тештәрҙе ҡаратып тороу — һаулыҡтың бер нигеҙе. Боҙоҡ тештәр бик күп сирҙәргә асыҡ ишек икәнен барыбыҙ ҙа белә, тик беҙҙә теш табибына даими күренеп тороуҙы кәрәкле һанамайҙар, — тигән фекерҙә ул.
Өйөндә хәстәрлекле әсәй, өләсәй, өлгөр хужабикә лә ул Фәниә Сафуан ҡыҙы. Тормош иптәше менән өс балаға ғүмер биргәндәр. Улдары Винер менән Динир үҙ ғаиләләре менән йәшәй. Ҡыҙҙары Илмира әсәһе юлынан китеп, медицина колледжында уҡып йөрөй.
Ғаилә ишле мал көтә, ҡош-ҡорт үҫтерә, йәй баҡсалары аллы-гөллө сәскәләргә күмелә, йәшелсә-емештәре мул уңышы менән һөйөндөрә.