Һаулыҡ һаҡлау
17 Февраля 2022, 10:50

Шифаханалар ПЦР-тестһыҙ ҡабул итә

Республикала йәмәғәт урындарына QR-кодһыҙ, сертификатһыҙ инеү тураһындағы ҡарар шифаханаларға ла ҡағыла.

Башҡортостан шифаханалары мотлаҡ ПЦР-тест тураһында талапты бөтөрҙө. Был хаҡта брифингта хөкүмәт вице-премьеры — һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.

Йәмәғәт урындарына ингән урында QR-кодтар системаһын ғәмәлдән сығарыу тураһында һорауға аңлатма биреп, республикала эпидемиологик процестың тотороҡланыуы күҙәтелә, билдәләне ул.

«Беҙ сирлеләрҙең аҙайыуын күрәбеҙ, беренсел звеноға көсөргәнеш, кол-үҙәктәргә мөрәжәғәттәр һаны 2,5 тапҡырҙан ашыуға кәмене. Республикала коллектив иммунитет — 67% ашыу, был оператив штабҡа һәм республика етәксеһенә йәмәғәт урындарына QR -кодһыҙ, сертификатһыҙ инеү тураһында ҡарар ҡабул итергә мөмкинлек бирҙе», — тине Забелин.

Был талап шифаханаларға ла ҡағыла, тип өҫтәне министр. Хәҙер шифаханаға урынлашҡанда ял итеүселәргә QR-код кәрәкмәй. ПЦР-тест та талап ителмәй.

«Шифаханаға урынлашҡан саҡта һаулыҡ торошо баһалана, термометрия үткәрелә, кәрәк икән, кеше медицина тикшереүенә ебәрелә», — тип хәбәр итте һаулыҡ һаҡлау министры.

Автор:
Читайте нас