22 февралгә ҡарата Башҡортостанда фельдшер-акушерлыҡ пункттарының 99 проценты фармацевтика эшмәкәрлегенең дарыу препараттарын берәмтәләп һатыу йәһәтенән лицензия алған.
– Республикалағы медицина эшмәкәрлеген алып барыуға лицензияһы булған 2061 фельдшер-акушерлыҡ пунктының 2045-енә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан халыҡҡа дарыу препараттары менән сауҙа итеү өсөн лицензия рәсмиләштерелде, – тип белдергән Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялау бүлеге етәксеһе Эльвира Тәхәүетдинова.