Һаулыҡ һаҡлау
22 Марта 2022, 12:30

Максим Забелинға Пирогов ордены бирелә

Рәсәй Президенты В. В. Путин ошо хаҡтағы  Указға ҡул ҡуйҙы. #ВладимирПутин

Максим Забелин 2019 йылдың октябренән республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығын етәкләй. Былтыр мартта Максим Васильевич БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.

Пирогов ордены һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштар һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт өсөн бирелеүсе юғары дәүләт наградаһы. Орден РФ Президенты Указы менән 2020 йылдың 19 июнендә булдырылды.

#ВладимирПутин

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас