Һаулыҡ һаҡлау
26 Марта 2022, 04:15

Сибайҙа клиник-диагностикалау йоғошло ауырыуҙар үҙәге асылды

Республикалағы дүртенсе клиник-диагностикалау йоғошло ауырыуҙар үҙәге Сибай ҡалаһында асылды.

 Бинаның бер ҡатлы корпустары ҡурай сәскәһе формаһында урынлашҡан. Дөйөм майҙаны - туғыҙ мең квадрат метр. Яңы инфекция үҙәгендә тәүлек әйләнәһенә эшләгән 40 бокс һәм 10 реанимация боксы бар.

Дауаханала 248 хеҙмәткәр эшләйәсәк. Коронавирус пандемияһы тамамланыу менән унда инфекция сирҙәре, терапия, эске органдар сирҙәре, лабаратор диагностикалау буйынса хеҙмәттәр күрһәтеләсәк.

Госпиталь иң яңы заманса медтехника менән йыһазландырылған. Табиптар һәм шәфҡәт туташтары өсөн мобиль планшеттар бар, улар ярҙамында сирлеләргә тиҙ арала диагноз ҡуйып, ярҙам күрһәтеү  мөмкинлеге бермә-бер арта. Шулай уҡ Өфө табиптарынан консультация алырға ла мөмкин буласаҡ.

Ковид-госпиталдә ике уҡыу класы булдырылған, унда Сибай медицина колледжы студенттары практика үтәсәк. Радий Хәбиров был идеяны ыңғай баһаланы һәм алдан асылған госпиталдәрҙә лә ошондай уҡыу кластарын булдырырға кәрәклеген билдәләне.

Республика етәксеһе был турала социаль селтәрҙә лә яҙҙы :"Һөйләшкәнебеҙсә, бөгөн Сибайҙа клиник-диагностика йоғошло ауырыуҙар үҙәге астыҡ - беҙҙең дүртенсе "ҡурай сәскәбеҙ". Сибайҙа йәшәгәндәрҙән тыш, унда Йылайыр, Хәйбулла, Баймаҡ райондары, Баймаҡ ҡалаһынан пациенттар дауаланасаҡ.

Был госпиталдә, башҡа яңы медицина учреждениеларындағы кеүек үк, яҡшы шарттар тыуҙырылған. Киң, яҡты бокстар, барлыҡ кәрәкле ҡорамалдар бар - КТ, МРТ, УЗИ һ.б. Коронавирус сигенгәс, бында башҡа төрлө профилдәр буйынса медицина ярҙамы күрһәтеләсәк.

Зубовта тәүге госпиталде асҡандан алып беҙҙең йоғошло ауырыуҙар үҙәктәрендә утыҙ мең самаһы кеше дауаланған. Ошо үҙәктәрҙе төҙөүҙе ысынбарлыҡҡа ашырған һәр кемгә рәхмәт! Һәм, әлбиттә, һаман да көн дә кешеләрҙең ғүмере өсөн көрәшкән табиптарыбыҙға рәхмәт".

Фото: "Башинформ".

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас