Һаулыҡ һаҡлау
18 Апреля 2022, 10:39

Ҡайһы ерең борсой?

Дүртөйлөләр ҡыуанып бөтә алмай. 

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ике "Fujifilm" видеогастроскопы Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһының Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләгән "Һаулыҡ һаҡлау" дөйөм дәүләт проекты буйынса фиброгастроскопия кабинетына ҡайтты.

Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында хәбәр иттеләр. Яңы йыһаздарҙың өҫтөнлөгө - эске органдарҙы тикшереүҙе шунда уҡ экранда күрергә мөмкин. Йыһаз фотоға төшөрөргә, Республика медицина-аналитик системаһында мәғлүмәтте һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә. Тикшереүҙең бындай төрө   диагнозды үҙ ваҡытында дөрөҫ ҡуйырға ярҙам итә.

Автор:
Читайте нас