

Ишкилде һәм күрше ятҡан Һәйетҡол ауылдары халҡын хеҙмәтләндергән фельдшер-акушерлыҡ пункты ла газ менән йылытыла. Тик бында ҡоҙоҡ булмағанлыҡтан фельдшер Н. С. Усманова, өҫтәүенә ФАП-та санитарка штаты ҡыҫҡартылған, һыуҙы күрше-тирәнән ташырға мәжбүр. Ә медпункт өсөн һыу даими талап ителә: фельдшерға ураған һайын ҡулын йыуырға кәрәк, ҡуйылған талаптарға ярашлы бүлмәләрҙе даими һөртөп-йыуып тороу мотлаҡ.
1995 йылда төҙөлгән бина, дөйөм алғанда, бөтә талаптарға яуап бирә: бында акушер, процедуралар яһау, сәләмәт бала, фельдшер бүлмәләре бар.
— Пунктты эстән-тыштан мөмкин тиклем буяп-ремонтлап торабыҙ. Был эштәрҙә, әлбиттә, иң элек ирем Мансурҙың, туғандарҙың, айырыуса Ласын Марат улының даими ярҙамын тоям. Шулай уҡ ФАП-ҡа газ үткәреп биргән Дамир ағай Аллаяровҡа, беҙҙең округтан алдағы саҡырылыш район депутаты Даян Сафинға ла күрһәткән ярҙамдары өсөн рәхмәтлемен, — ти Нурия Сәлмән ҡыҙы.
Күптән түгел район табиптары бригадаһы ауылға килеп, диспансерлаштырыу үткәреүе халыҡ өсөн бик уңайлы булған, теләге булғандар анализдар тапшырып, табиптарға күренеп ҡалған.
Ауыл халҡы әйтмешләй, улар «врачҡа» күберәге «күренергә», йәғни һаулыҡтарын тикшертергә, укол һалдырырға, ҡан баҫымын үлсәтеүгә йөрөйҙәр. Халыҡ һаулығы өлкәһендә 37 йыл хеҙмәт стажына эйә фельдшер Нурия Усманова «Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре» исемен йөрөтә, республикала ғына түгел, Рәсәй кимәлендә «Иң яҡшы фельдшер» тип танылған хеҙмәткәр ҙә ул.