Һаулыҡ һаҡлау
23 Апреля 2022, 06:10

«Сәләмәтлек поезы». Башҡортостан халҡы бөтә төр табиптарға бушлай күренә ала

Дүшәмбелә, 18 апрелдә, Башҡортостанда «Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы старт алды.

Республика төбәктәренә иң яҡшы табиптар юллана һәм төрлө заманса ҡорамалдар — флюорографтар, маммографтар, күсмә ФАП-тар, диагностик үҙәктәр тейәлгән автопоездар юлға сыға. Был ҡорамалдарҙың ҡайһы берҙәре ауыл ерендә генә түгел, район үҙәктәрендә лә етешмәй.
Теләге булған һәр кем коронавирусҡа ҡаршы прививка яһата һәм заманса медицина ҡорамалдарында тикшерелеп, флюорография, кардиограмма, маммография һ.б. эшләтә ала. Шулай уҡ хирург, невролог, офтальмолог (шул иҫәптән балалар), стоматолог, акушер-гинеколог, онколог, кардиолог, уролог, стоматолог, эндокринолог, педиатр һәм башҡа тар йүнәлешле белгестәрҙән консультация һәм медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге бар. Маршруттарға ҡарап, табиптар исемлеге бер ни тиклем айырыла. «Сәләмәтлек поезы» — тәү сиратта, төпкөл ауылдар халҡы, район дауаханаһына йөрөй алмаған инвалидтар һәм пенсионерҙар өсөн бик уңайлы сара.
Алдан яҙылырға йәки теркәү үтергә кәрәкмәй: табиптар «йәнле сират» буйынса ҡабул итә. Автобустар туҡтаған ауылда теркәлгән булыу ҙа мотлаҡ түгел, медицина тикшереүен башҡа ауылдарҙан теләге булған һәр кем үтә ала. Иң мөһиме — үҙегеҙ менән паспортығыҙ һәм ОМС полисы булһын.
Барлығы алты маршрут әҙерләнгән: Өфө, Дыуан, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Белорет, әммә улар республиканың барлыҡ райондары буйлап үтәсәк. Автопоезд көҙгә тиклем эшләй. Графикта үҙгәрештәр булыуы ла ихтимал, шуға күрә һеҙ йәшәгән төбәккә табиптарҙың ҡасан килерен урындағы хакимиәттән белешеп тора алаһығыҙ.

ӘЙТКӘНДӘЙ, бөтөнләй беленмәгән сирҙәр ҙә табыла

Былтыр «Сәләмәтлек поезы» табиптары 75 меңдән ашыу кешене ҡабул иткән. Улар тарафынан 45 мең тикшереү, 28 мең флюорография һәм 17 мең маммография эшләнгән. Әммә был осраҡта һандар түгел, һөҙөмтә мөһимерәк.
Ҡабул итеүҙәр барышында 3500 кешелә глюкоза кимәленең юғары булыуы, 4700 осраҡта — «насар» холестерин, 7400 пациентта юғары ҡан баҫымы асыҡланған. 375 кеше — яман шеш, 390 — шәкәр диабеты, 1790 — гипертония, бер пациент миокард инфаркты хәүефе менән иҫәпкә алынған. Диагноздарҙы артабан аныҡлау өсөн 2596 кеше өҫтәмә тикшереүгә йүнәлтелгән. Сирҙең ваҡытында асыҡланыуы һәйбәт, әлбиттә, сөнки ауырыуҙы аҙмаҫ борон дауалау күпкә яҡшыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк.
— Бына ошо эш иртә диагностика тип атала ла инде. Ул кешене сирҙең ауыр эҙемтәләренән һаҡлай, ә ҡайһы бер осраҡтарҙа хатта ғүмерен ҡотҡарып ҡалырға булышлыҡ итә, — тип яҙҙы үҙ блогында республика Башлығы Радий Хәбиров.

КӨНҮҘӘК ҺОРАУ
«Сәләмәтлек поезы» беҙҙең районға ҡасан киләсәк?

- Байым — 25 – 26 май;
- Михайловка — 27 – 30 май;
- Красная Башкирия — 31 май – 1 июнь;
- Амангилде — 2 – 3 июнь.
Графикта үҙгәрештәр булыуы ихтимал.

Автор:
Читайте нас