Һаулыҡ һаҡлау
8 Мая 2022, 03:10

Башҡортостанда медицина реабилитацияһы өсөн ҡорамалдар алынасаҡ

Рәсәй Хөкүмәте төбәктәргә медицина реабилитацияһы өсөн ҡорамалдар һатып алыуға 8,8 миллиард һум күләмендә субсидия бүлә. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Федераль аҡсаны илдәге 157 медицина ойошмаһы аласаҡ. Башҡортостанға ошо дөйөм сумманан 247,9 миллион һум аҡса бүленә. Коронавирус пандемияһы сәбәпле медицина реабилитацияһы мәсьәләһе киҫкенләште. Пациенттар мотлаҡ медицина страховкалауы сиктәрендә кәрәкле дауалауҙы бушлай алырға тейеш. Төбәктәр араһында иң ҙур сумманы Свердловск өлкәһе аласаҡ, йәғни 340,1 миллион һум һәм Дағстан  339,2 миллион һум. Иң аҙ аҡса Сахалин өлкәһе өсөн ҡаралған, йәки 12,2 миллион һум һәм Ямал-Ненец автономиялы округы өсөн  14,5 миллион һум. Күрше ятҡан Татарстанға 149,1 миллион һум һәм Силәбе өлкәһенә 186,6 миллион һум аҡса бүленә. Алдағы өс йылда Рәсәйҙә медицина ойошмаларында 1350 бүлексәне һәм 130 көндөҙгө стационарҙы реабилитация саралары менән йыһазландырыу күҙаллана. Аҡса «Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү» дәүләт программаһының «Һаулыҡты тергеҙеү өсөн ҡулай медицина реабилитацияһы» федераль проекты сиктәрендә бүленә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас