Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
12 Май , 16:09

Мөләйем һәм шәфҡәтле

12 майҙа Халыҡ-ара шәфҡәт туташы көнө билдәләнә. Мәрхәмәтле һөнәр эйәләренә еңел булмаған эштәрендә уңыштар, түҙемлек, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Мөләйем һәм шәфҡәтле
Мөләйем һәм шәфҡәтле

Кешеләргә ярҙам итеү Лилиә Раянованың тормош девизы тиһәк хаталанмаҫбыҙ. Мөләйем, һәр кемгә йылмайып һүҙ ҡушҡан, изге күңелле шәфҡәт туташына ҡарап, аҡ халатлылар тап шулай булырға тейештер тип уйлайһың.
Мәхмүт ауылының эшһөйәр, татыу пары — Клара Хилҡәт ҡыҙы менән Рәйес Нуриман улының ғаиләһендә тыуған ҡыҙ бәләкәйҙән тырыш һәм ныҡыш була. Биш ҡыҙҙы ата-әсәһе иркәләп кенә үҫтергәнгә, Лилиә баласаҡ хәтирәләрен иң ҡәҙерлеләре итеп күңел түрендә һаҡлай.
— Атайым ауылда абруйлы, ихтирамлы кеше булды, балта оҫтаһы ине, шуға беҙҙең өйҙән кеше өҙөлмәне. Йорт-ҡаралты төҙөүҙә ярҙам, кәңәш һорап килеүселәр күп булды, берәүгә лә баш тартманы. Әсәйем дә, атайым да иң алға кешелекле, намыҫлы булыуҙы ҡуйҙы, беҙҙе лә үҙҙәренең өлгөһөндә шулай тәрбиәләне, — ти Лилиә Рәйес ҡыҙы. — Көнө буйы эш менән булабыҙ, мал, баҡса ҡарайбыҙ, ә кискеһен күмәкләп концерт ҡуябыҙ. Атайым ҡурай уйнай, беҙ урындыҡты сәхнә итеп бейейбеҙ, йырлайбыҙ, шиғыр һөйләйбеҙ.
Эш менән ял, йыр-моң һәр саҡ бергә үрелеп барған тормош ҡыҙыҡ булған. Һабантуйҙарҙа ҡыуыш ҡороп, самауыр сәйе эсеп, рәхәтләнеп ял итеп ҡайтҡандар. Бесәнгә, еләк-емеш, бәшмәккә булһынмы, гел йырлашып барғандар.
Һөнәр һайлар ваҡыт еткәс, мәктәптә яҡшы уҡыған ҡыҙ аптырап тормай: «Мин дә апайҙарым кеүек медик булам», — тип Белорет медицина училищеһына инә. Өлгөр ҡыҙ яҡшы өлгәшә, спорт менән дә әүҙем шөғөлләнә, йөҙә, йүгереү буйынса икенсе разрядҡа эйә, училищеның йыйылма командаһы ағзаһы була. Диплом алғас, уҡыу йортоноң иң алдынғы студентына Белорет ҡала дауаханаһына йүнәлтмә бирәләр. 1987 йылда Лилиә Рәйес ҡыҙы хирургия бүлексәһендә эш башлай. Тик ата-әсәһе янында, үҙ районында эшләү хыялы тынғы бирмәй. Ә ул ваҡытта йүнәлтмә буйынса теүәл ике йыл эшләргә кәрәк була. Шул саҡ Асҡар дауаханаһында Белорет ҡыҙы эшләй һәм ул да үҙ ҡалаһына ҡайтырға теләй. Ике баш табип үҙ-ара килешеп, Лилиәне район дауаханаһына операция блогының анестизист-шәфҡәт туташы итеп алалар. Кисәге студентҡа шундай яуаплы эште ышанып тапшыралар. Белемле, маҡсатлы йәш ҡыҙ һынатмай, бөтә күңелен, тырышлығын һала, өйрәнә. Апайҙары Сулпан менән Венера ла тәжрибәләре менән уртаҡлашалар, кәңәш бирәләр.
2002 йылда Өфөлә фельдшерға уҡып, ике йыл «Ашығыс ярҙам» бүлексәһендә эшләй. Тик ғаилә хәлдәре буйынса күсергә тура килә. Бер-бер артлы ҡәҙерле кешеләрен — тормош иптәшен, атаһын юғалтыу йөрәгенә уңалмаҫлыҡ яра ҡалдыра. Ике ҡыҙы хаҡына йәшәү теләге көс-ярҙам бирә. Яҙмышының һынылышлы мәлдәрен лайыҡлы үткәреп, бөгөн балаларының уңыштарына һөйөнөп йәшәй. Өлкән ҡыҙы Дилбәр әсәһенең юлынан киткән, табип һөнәрен һайлаған. Себер тарафтарында эшләй. Дания 1-се Асҡар урта мәктәбенең 10-сы класын тамамлай. Уға ла медицина өлкәһе яҡын.
Лилиә Раянова оҙаҡ йылдар отолоринголог кабинетының шәфҡәт туташы булып эшләй. Һәр кемгә ярҙам итергә әҙер булыуы, ихласлылығы һоҡландыра. Табип Р. Р. Манапов та тик ыңғай яҡтан билдәләне.
— Ун йылдан ашыу бергә эшләйбеҙ. Лилиә Рәйес ҡыҙының үҙ бурыстарына яуаплы ҡарауы, һәр нәмәлә бөхтәлек, теүәллек яратыуы һоҡландыра. Документация эшендә тулы тәртип, — тине Рәфис Раил улы. — Ул бер ҡасан да ауырыуҙарға тауыш күтәрмәй, ризаһыҙлыҡ белдермәй.
— Ысын күңелдән башҡарғанмы, эшемә һәр көн ҡыуанып киләм. Хатта, эш көнө көсөргәнешле, ауыр үтеүгә ҡарамаҫтан арытмай. Кешеләрҙең хәлен еңеләйтеү, ярҙам күрһәтеүҙән ҡәнәғәтлек тоям. Һәр саҡ кешелекле булып ҡалыу, сирлеләр янында үҙеңде тыныс тотоу, йылы һүҙ менән йыуатыу — эшемә ҡуйған төп талаптар. Битарафлыҡты, үҙеңде башҡаларҙан өҫтөн тотоуҙы енем һөймәй. Мин атай ҡыҙы, уның кеүек дөрөҫлөк, ғәҙеллек яҡлы, — ти 35 йыл шәфҡәт туташы булып эшләгән Лилиә Рәйес ҡыҙы.
Белгәндәре менән туҡталып ҡалмаған, бер туҡтауһыҙ белемен арттырған сибәр ханым күп уҡый, бигерәк тә психология менән ҡыҙыҡһына. Бәләкәй саҡтан эшһеҙ тора алмаған ҡулдар ял минуттарында бәйләй, тегә. Күркәм өйөн аллы-гөллө сәскәле гөлдәр баҡсаһына әйләндергән.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас в