Әлеге көндә медицина учреждениеһы мәҙәниәт һәм тарихи ҡомартҡы иҫәпләнгән, 1862 йылда төҙөлгән бинала урынлашҡан.
–Беҙ Радий Фәрит улына һуғыш ветерандары өсөн яңы супер-заманса госпиталь төҙөргә ҡарар иткәне өсөн рәхмәтлебеҙ. Һуңғы 15 йылда көн ҡаҙағынан төшмәгән был мәсьәлә, ниһайәт, урынынан ҡуҙғалды. 2015 йылда заманса ҡорамалдары, тренажер һәм дауалау залдары, тоҙ шахтаһы һәм башҡа дауалау кабинеттары булған медицина реабилитацияһы һәм тергеҙеү үҙәге асылыуына ҡарамаҫтан, уның да 1898 йылғы тарихи бинала урынлашыуын иҫәпкә алырға кәрәк. Поликлиника, стационар һәм реабилитация бүлексәһенең ҡаланың төрлө өлөштәрендә урынлашыуы пациенттар өсөн дә, медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн дә ҙур уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Беҙ, ниһайәт, ветерандар госпитале лайыҡлы яңы бинаға күсер тип өмөтләнәбеҙ, – тип, уй-фекерҙәре менән уртаҡлашҡан медицина учреждениеһының баш табибы Хәлил Мостафин “Башинформ”ға биргән интервьюһында.
Проект буйынса дауалау корпустарында 550 койка буласаҡ, поликлиника сменаһына 300 кешене ҡабул итәсәк. Яңы госпиталдең һауыҡтырыу ҡеүәте байтаҡҡа артасаҡ, консультатив-диагностика үҙәге, ҡабул итеү-диагностика, анестезиология-реанимация бүлексәләре, терапия һәм хирургия блоктары, дауалау-диагностика хеҙмәттәре, ашығыс медицина ярҙам подстанцияһы барлыҡҡа киләсәк. Вертолеттар өсөн майҙан төҙөләсәк.