Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
13 Май , 10:48

Һеҙҙе дауалаясаҡтар. Мотлаҡ медицина страховкаһы буйынса бушлай ниҙәр ҡаралған

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре менән берлектә бушлай медицинаға ҡағылышлы нимәләр белергә кәрәклеге тураһында аңлатма бирәбеҙ. Беҙ ғәҙәти булмаған һигеҙ осраҡты һайланыҡ.

1. Табип һайлау
Һеҙ үҙегеҙ теләгән поликлиникала үҙегеҙ һайлаған табип ҡарамағында дауалана алаһығыҙ, тик медицина учреждениеһына алдан теркәлеү зарур. Шулай ҙа йәшәгән биләмәне иҫәпкә алығыҙ: участка табибына кәрәк саҡта өйгә килеү уңайлы булырға тейеш. Поликлиниканы йылына бер тапҡыр йәки йәшәү урынын үҙгәрткәндә алмаштырып була.

2. Барлыҡ табиптарға күренеү
Диспансерлаштырыу — профилактика маҡсатында табиптарға күренеү ул. Был сара күп сирҙәрҙе аҙмаҫ элек асыҡларға ярҙам итә. Йәшкә ҡарап, табиптарҙың һәм тикшеренеү төрҙәренең исемлеге үҙгәрә. Дөйөм алғанда, уға УЗИ, флюорография, ЭКГ һәм башҡалар инә. Әгәр бындай тикшеренеүҙе түләүле клиникала үтһәгеҙ, яҡынса 20 мең һум тирәһе аҡса сарыф итер инегеҙ.
Диспансерлаштырыу 18 йәштән һуң өс йылға бер тапҡыр үткәрелә. Быйыл уны 1983, 1986, 1989, 1992, 1995, 1998, 2001 һәм 2004 йылдарҙа тыуған кешеләр үтә. Тыуған көндө көтөргә кәрәкмәй. Әгәр һеҙгә декабрҙә 30 йәш тула икән, тикшереүҙе әле үк үтергә мөмкин. 40 йәштән һуң медицина тикшереүен йыл һайын ҡабатлау кәңәш ителә. Бының өсөн үҙең теркәлгән поликлиникаға мөрәжәғәт итергә кәрәк.

3. Теш дауалау
Мотлаҡ медицина страховкалауы программаһына кариес, пульпит, пародонтоз, гингивит, флюс, абсцесты дауалау, ауырыу тештәрҙе һурыу, теш ҡаҙнаһының төҙөлөшөн төҙәтеү, тештәге таштарҙы механик таҙалау (был кариесты иҫкәртеү алымы булып тора) инә. Әгәр кәрәк тип табылһа, бушлай анестезия һәм рентген да ҡаралған. Әлбиттә, материалдар үтә ҡиммәтле булмаясаҡ, уның ҡарауы барыһы ла бушлай.

4. ЭКА эшләтеү
Экстракорпораль аталандырыу (ЭКА) алымы (уны «яһалма аталандырыу» тип тә атайҙар) йыл һайын меңдәрсә ғаилә парына атай-әсәй булыу бәхетен бүләк итә. Башҡортостанда был процедураны дәүләт ҡарамағындағы медицина учреждениеларында ғына түгел, хатта ҡайһы бер шәхси клиникаларҙа ла бушлай эшләйҙәр. Бының өсөн алдан Республика медик-генетик үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Адресы: Өфө ҡалаһы, Чернышевский урамы, 41. Телефон +7 (347) 246-83-97.

5. Шифаханаға юллама алыу
Ветерандар, инвалидтар, «чернобылселәр» һәм башҡа ташламаға эйә булыусылар медицина күрһәтмәһе буйынса шифаханаға бушлай юллама алыу хоҡуғына эйә. Уны социаль хеҙмәттәр йыйылмаһына ярашлы Социаль страховкалау фонды аша бирәләр. Шул уҡ ваҡытта юлламаны Мотлаҡ медицина страховкаһы буйынса ла алырға мөмкин. Мәҫәлән, операция йәки ауыр сир үткәргән кешеләр бушлай юллама менән файҙалана ала. Әммә бындай йүнәлтмәләрҙең күләме сикле. Уны юллау өсөн үҙеңдең дауалаусы табибыңа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

6. Венерик сирҙәрҙе дауалау
Енси юл менән йоҡҡан сирҙәрҙе бушлай дауаларға мөмкин. Бының өсөн яҡындағы тире-венерология диспансерына мөрәжәғәт итегеҙ. Әммә шуны иҫтә тоторға кәрәк: һеҙҙең дауаланыуығыҙ тураһындағы мәғлүмәт дөйөм базаға һалына. Аноним рәүештә дауаланғығыҙ килһә, түләүле клиникаларға мөрәжәғәт итергә тура киләсәк.

7. Һирәк тапшырылған анализдар биреү
Беҙ һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда медицина анализдары алыуҙы ойоштороу алымының үҙгәреүе тураһында һөйләгәнебеҙ бар. Хәҙер анализды дауаханала йәки поликлиникала ҡулдан түгел, заманса тиҙ һәм теүәл эшләүсе аппараттарҙа башҡаралар. Бындай ҡорамалдар анализдарҙың сифатын да бермә-бер арттырыуға булышлыҡ итте. Хәҙер дәүләт клиникаларында 40 түгел, ә 460 төрлө анализ эшләтеп була, уларҙың күпселеге — бушлай.

8. Бушлай дарыуҙар алыу
Льготаға эйә булыусылар кәрәкле дарыуҙарҙы тулыһынса бушлай алыу хоҡуғына эйә. Мәҫәлән, өс йәшкә тиклемге балаларға бушлай дарыуҙар ҡаралған. Был осраҡта ғаиләнең матди хәле иҫәпкә алынмай. Телефонығыҙҙағы сканерҙы куар-кодтарға тоҫҡағыҙ. Тәүгеһендә — кемдәргә дәүләт дарыуҙарҙы тулыһынса бушлай, икенсеһе аша кемдәргә ярты хаҡҡа биреүен белерһегеҙ.

Автор:
Читайте нас в