Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Май , 08:55

Етештереү эше алға бара

Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы “Оптимедсервис” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте – офтальмологик ҡорамалдар һәм офтальмохирургия өсөн материалдар баҙарында эшләгән компания.

Етештереү эше алға бара
Етештереү эше алға бара

#нацпроект#регпроекты#национальныепроектыБашкортостан

Компания 1993 йылдан алып эшләй. Контакт линзалар, улар өсөн кәрәкле тауарҙар, шулай уҡ күҙгә операция эшләү өсөн микрохирургик ҡорамалдар  етештерә.

“Оптимедсервис” – контакт линзалар өсөн кәрәк булған бөтә төр әйберҙәрҙе сығарған берҙән-бер компания. Етештереү өсөн ҡулланылған сеймалдың һәм кәрәк булған әйберҙәрҙең 80 проценты – Рәсәйҙеке, тип хәбәр итә Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Бөгөн компанияла 500 кеше эшләй. Етештереү эше алға бара.

Фото – Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге

https://bashkizi.ru/news/milli-proekttar/2022-05-09/ebe-eteshterel-2793227

Автор:
Читайте нас в