+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
4 Июнь 2022, 10:50

Заманса медицина ҡорамалдары ҡайтарыла

Район дауаханаларына яңы медицина ҡорамалдары ҡайтарыла.

#нацпроекты#регпроекты#национальныепроектыБашкортостан

Краснокама үҙәк район дауаханаһына “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу” программаһы буйынса май айында “Диаком” яңы диагностик рентген комплексы алынды, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Ҡорамал Николо-Березовка ауылының быйыл ғына капиталь ремонт яһалған 1-се поликлиника бүлегенә ҡуйыла.

– “Диаком”ды ҡороу ҡатмарлы түгел, ул кеше организмының төрлө системаларын тикшереүҙе башҡара ала. Заманса ҡорамалда тикшерелгәндә пациенттың  нурланыу кимәле лә аҙыраҡ, – ти  Краснокама үҙәк район дауаханаһының баш табибы Фәғит Бәҙертдинов.

Фото – БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:
Читайте нас: