+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
16 Июнь 2022, 09:43

Милли проект ярҙамында

Республика дауаханалары 1,366 миллиард һумға медицина ҡорамалдары ала.   #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан 

Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһын тормошҡа ашырыу буйынса быйыл 1,366 миллиард һумдан ашыуға 1 536 берәмек медицина ҡорамалдарын һатып алыу күҙаллана. Һүҙ, атап әйткәндә, бер томография, 23 рентген, 15 флюорограф һәм 28 маммограф  аппараты хаҡында бара. Бынан тыш, ошо уҡ программа сиктәрендә  беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеүсе медицина ойошмалары өсөн 85 автомобиль һатып алыу күҙаллана. Йыл башынан алып дауаханаларға 33 автомобиль оҙатылған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: