+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
18 Июнь 2022, 09:55

Заманса ҡорамал ҡайтарылды

Һанлы маммограф ярҙамында һөт биҙендәге онкология сирҙәрен, шештәрҙе иртә осорҙа асыҡлау өсөн  рентген һүрәттәре алына.

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Раевка үҙәк район дауаханаһына 12 миллион 850 мең һумлыҡ “МАММОСКАН” һанлы рентгенография  маммографы урынлаштырылды. Заманса ҡорамал “Һаулыҡ  һаҡлау” милли проектына ярашлы алынды.

Һанлы маммограф ярҙамында һөт биҙендәге онкология сирҙәрен, шештәрҙе иртә осорҙа асыҡлау өсөн  рентген һүрәттәре алына.  Ҡорамал һөт биҙҙәренә нур көсөргәнешен, ҡатын-ҡыҙ организмына уның зарарлы тәьҫирен һиҙелерлек кәметә.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:
Читайте нас: