Һаулыҡ һаҡлау
25 Июня 2022, 05:55

Владимир Путин Башҡортостан табиптарын бүләкләне

Владимир Путин Башҡортостан табиптарының эшен дәүләт наградалары менән билдәләне.

#ВладимирПутин

20 июндә рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған указ тексына ярашлы, 17 табип «II дәрәжә Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы менән билдәләнде, улар араһында һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова ла бар.

Ә 46 кеше Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнде.

Шулай уҡ «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре» исемдәре бирелде.

43-сө поликлиника табибы Лиана Зиннәтуллина Пирогов орденына лайыҡ булды.

Бүләкләнеүселәр тураһында тулыраҡ мәғлүмәт — һылтанма буйынса.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-06-20/vladimir-putin-otmetil-rabotu-medikov-iz-bashkirii-gosudarstvennymi-nagradami-2848421

Автор:
Читайте нас