Һаулыҡ һаҡлау
27 Июня 2022, 09:56

Талбазы дауаханаһында - яңы ҡорамалдар

Президент В.В.Путин тәҡдим иткән «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә 2022 йылдың июнендә дауаханабыҙҙың паллиатив медицина ярҙамы бүлегенә составында Armed кислород концентраторы, санитар йыһазландырылған кресло-ултырғыстар, медицина ультрашәмәхә бактерицидлы «Светофон» рециркуляторы ҡайтарылды.

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, дауахананың паллиатив хеҙмәтен федераль ярҙам иҫәбенә яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыу дүртенсе йыл дауам итә. Яңы ҡорамалдар ҡаты сирҙәрҙән яфаланған пациенттарҙы тәрбиәләү һөҙөмтәлелеген арттырырға һәм уларҙың йәшәү сифатын яҡшыртырға, тәрбиәләүсе персоналдың эшен һиҙелерлек еңеләйтергә мөмкинлек бирәсәк.

Автор:
Читайте нас