+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
29 Июнь 2022, 09:35

Ковид менән сирләүселәр кәмей

Мәкерле ауырыу сигенә башланы.

Башҡортостан һуңғы айҙа коронавирус инфекцияһы менән сирләү 30 процентҡа аҙайған. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте.

27 июнгә ҡарата республикала ковид йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 290 266-ға еткән. Аҙаҡҡы тәүлектә инфекция 50 ауырыуҙа асыҡланған. Әле стационарҙарҙа – 130, амбулатор шарттарҙа 370 сирле дауалана.

Ковидҡа ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын 2 883 804 яҡташыбыҙ, йәғни прививка яһатырға тейешле халыҡтың 116 проценты яһатҡан, икенсе компонентын да ҡаҙатыусылар – 2 684 699 (108,1 процент). Ревакцинация үтеүселәр – 624 395.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: