-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
21 Июль 2022, 08:10

Модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлә

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ауыл ерендә ете тиҙ төҙөлә торған фельдшер-акушерлыҡ пункттары бинаһын килтереүгә һәм ҡуйыуға заказ бирә. Һатып алыуҙың башланғыс хаҡы  22,4 миллион һум.  #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлә
Модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлә

Һәр фельдшер-акушерлыҡ пункты бюджетҡа 3,2 миллион һумға төшөүе ихтимал,  аукцион  27 июлгә билдәләнгән. Фельдшер-акушерлыҡ пункттары  2022 йылдың 15 декабренә тиклем ҡуйылырға тейеш.

Техник талапҡа ярашлы, тиҙ төҙөлә торған  фельдшер-акушерлыҡ пункттарының бинаһы майҙаны 63 квадрат метрҙан, бейеклеге 2,6 метрҙан кәм булырға тейеш түгел. Бинала тамбур, көтөү бүлмәһе, ҡабул итеү, ҡарау, процедура кабинеттары, кейенеү бүлмәһе, һаулығы  сикле кешеләр өсөн махсус санузел,  йыйыштырыу инвентары һәм дарыуҙар өсөн бүлмәләр булыуы мотлаҡ.

 Ошондай  фельдшер-акушерлыҡ пункттарын  Благовещен, Мишкә, Йәрмәкәй, Күгәрсен, Стәрлебаш, Учалы һәм Саҡмағош райондарында 800-ҙән 1000-гә тиклем кеше йәшәгән ауылдарҙа асыу күҙаллана.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: