+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Июль 2022, 15:25

Мәсетле ауылында – яңы ФАП

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе хеҙмәтләндереү өсөн дә шарттар тыуҙырылған.

Мәсетле ауылында – яңы ФАП
Мәсетле ауылында – яңы ФАП

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”) “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” проектына ярашлы, Салауат районының Мәсетле ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Яңы модулле ФАП типовой проект буйынса төҙөлгән. Ул барлыҡ заманса нормаларға һәм талаптарға яуап бирә: һыуыҡ һәм эҫе һыу, елләтеү һәм электр системалары үткәрелгән.

“Фельдшер-акушерлыҡ пунктын медицина ҡорамалдары менән йыһазландырғанда ғәмәлдәге стандарттарға таяндыҡ, – тине Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов. – Фельдшерҙан тыш, бында үҙәк район дауаханаһы табиптарының күсмә бригадалары ла пациенттарҙы ҡабул итә ала”.

Мәсетле ауылының заманса фельдшер-акушерлыҡ пунктында процедуралар бүлмәһе, табипҡа сират көтөү урыны, хужалыҡ блогы һәм санузел бар. Пациенттарҙы, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе хеҙмәтләндереү өсөн шарттары тыуҙырылған.

Быйыл Салауат районының Таймый, Йыланыш һәм Нәсибаш ауылдарында ла өс модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асыу күҙаллана.

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/288858

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/288858

Автор:
Читайте нас: