+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
28 Июль 2022, 09:25

Сәләмәтлегегеҙҙе тикшертеү мотлаҡ

Республикала диспансеризация буйынса пландың яртыһы үтәлгән.

Сәләмәтлегегеҙҙе тикшертеү мотлаҡ
Сәләмәтлегегеҙҙе тикшертеү мотлаҡ

 “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендә 26 күсмә медицина поезында 156 белгес райондар буйлап йөрөп, халыҡтың һаулығын тикшерә. Табиптар 82 меңдән ашыу кешенең сәләмәтлеген ҡараған да инде, 774-е республика дауаханаларына өҫтәмә тикшереүгә һәм дауаланыуға ебәрелгән.

Башҡортостанда 565 881 кеше (планда билдәләнгәндең 54,9 проценты) диспансеризация үткән, 180 500 кеше (50,5 процент) ковид кисергәндән һуң сәләмәтлеген тикшерткән. Бынан тыш, 122 596 кеше (пландағының 53,1 проценты) профилактик медицина тикшереүҙәре уҙған.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: