-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
13 Август 2022, 10:10

Күптән көткән автомобиль

Транспорттың был төрө инвалидтарға заманса медицина ярҙамынан тулыраҡ файҙаланырға ярҙам итә. Автомобилдең өҫтөнлөктәре күп: биш урынлыҡ, коляска өсөн майҙан етерлек, бер юлы ике инвалидты урынлаштырырға мөмкин, салонға инеү урыны уңайлы...

Күптән көткән автомобиль
Күптән көткән автомобиль

#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһына коляскалағы инвалидтарҙы йөрөтөү өсөн яңы "Лада Ларгус" автомобиле алынды.

Дауахананың баш табибы урынбаҫары Айрат Ғәлимйәнов әйтеүенсә, бындай автомобиль район дауаханаһы өсөн бик кәрәк. Транспорт сараһы инвалидтарға заманса медицина ярҙамынан тулыраҡ файҙаланырға ярҙам итә. Автомобилдең өҫтөнлөктәре күп: биш урынлыҡ, коляска өсөн майҙан етерлек, бер юлы ике инвалидты урынлаштырырға мөмкин, салонға инеү урыны уңайлы.

Табип-терапевт Анастасия Дубровина ауырыуҙар өсөн уңайлы автомобиль өсөн рәхмәт әйтеп бөтөрә алмай. ”Инвалидтар райондың төрлө мөйөштәрендә йәшәй, алыҫ тораҡтарҙа ла бар. Автомобиль пациенттарға оператив һәм сифатлы ярҙам күрһәтеүгә булышлыҡ итә”, – тип шатлана табип.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән, пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

Фото: Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһы.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-08-12/bynday-avtomobilde-k-pt-n-k-t-inek-2907646 

Автор:
Читайте нас: