Һаулыҡ һаҡлау
18 Августа 2022, 05:10

Дауаханаға яңы аппарат

Уның ярҙамында гастроэнтерология сирҙәренә сифатлы диагностика яһаласаҡ. #национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google

Башҡортостандың район һәм ҡала дауаханалары 11 заманса эндоскопия системаһы алды. Улар ярҙамында белгестәр гастроэнтерология сирҙәренә сифатлы диагностика эшләй аласаҡ. Яңы ҡорамалдар Архангел, Асҡар, Балтас, Благовещен, Бөрйән, Дүртөйлө, Үҙәк, Миәкә, Баймаҡ дауаханаларына ҡайтарылды.

Планда - 2022 йылдың аҙағына тиклем Дәүләкән, Йәрмәкәй, Иглин, Краснокама, Нуриман, Раевск, Стәрлебаш, Саҡмағош дауаханаларында ошондай аппараттар ҡуйыу. Башҡортостандың беренсел һаулыҡ һаҡлау звеноһын яңыртыу программаһы буйынса техника һатып алынды. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 146,8 миллион һум йүнәлтелгән, тағы ла 27,9 миллион һумды республика бүлгән.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас