#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Республика клиник онкология дауаханаһында яңы SOMATOM Confidenge компьютер томографы урынлаштырылды. Ҡорамал “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкология сирҙәре менән көрәш” төбәк проектына ярашлы һатып алынған. Томограф нур терапияһы үткәргәндә кәрәк булған бөтә тейешле функцияларға эйә.
Яңы ҡорамал персонлаштырылған медицина һүрәттәрен эшләй, ә улар ярҙамында шеш сиктәрен һәм хәүеф аҫтындағы ағзаларҙы асыҡ билдәләп була. Эш барышы дауамында радиотерапия теүәллеген тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән яңы аппарат кәрәкмәгән эш этаптарын, хаталар сығанаҡтарын ҡыҫҡарта.
– Яңы компьютер аппараты нур терапияһын үткәргәндә сәләмәт туҡымаларҙы зарарламай, нәҡ сирле урынға ғына тәьҫир итә, – ти Республика онкология диспансерының баш табибы Адель Измайлов.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-08-18/tomograf-esh-baryshyn-e-el-yt-s-k-2914579