Һаулыҡ һаҡлау
27 Августа 2022, 03:35

Рәсәйҙә берҙән-бер микроскоп

Микроскопты дауаханалағы компьютер селтәренә йәки Интернет селтәренә тоташтырып, операцияны бөтөнләй сит ҡалала йәки бинала реаль ваҡыт режимында күҙәтергә мөмкин. #нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы,  республика онкология диспансерына Германияла етештерелгән Pentero моделендәге операция микроскопы алынды. Уға үҙенсәлекле функциялар хас.  Лазер фокусировкаһы операция яһауҙа ҡулланылған нейрохирургия микроскоптарының өр-яңы технологияһы иҫәпләнә. Уның теүәллеге хайран ҡалдырырлыҡ, ниндәй урында урынлашыуына, яҡтылыҡ ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, билдәләнгән объектта юғары теүәллекте тәьмин итәсәк.

 Микроскопты дауаханалағы компьютер селтәренә йәки Интернет селтәренә тоташтырып, операцияны бөтөнләй сит ҡалала йәки бинала реаль ваҡыт режимында күҙәтергә мөмкин. Диспансерҙың баш табибы  Адель Измайлов әйтеүенсә, яңы микроскоп донъяла аналогы булмаған операция системаһы иҫәпләнә,  шул иҫәптән, Рәсәй биләмәһендә теркәлгән операция микроскоптары араһында ла.

2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-08-25/bynday-mikroskop-r-s-y-yu-2921919

Автор:
Читайте нас