Һаулыҡ һаҡлау
7 Сентября 2022, 07:21

Кешбэк программаһының көҙгө этабы бара

“Туристик кешбэк” программаһының көҙгө этабында Башҡортостандың 12 шифаханаһы һәм 31 отеле ҡатнаша.

Добавить в предпочтительные источники Google

Рәсәйҙә  Башҡортостан  Республикаһы туристарҙы йәлеп иткән иң матур төбәктәрҙең береһе һанала. Мәҫәлән, июндә Башҡортостан буйлап туристик сәфәрҙә 193 357 кеше булған.

     25 августан  Рәсәйҙә туристик кешбэк программаһының көҙгө этабы башланды. Тимәк, сәфәр хаҡының бер өлөшөн кире ҡайтарырға мөмкин буласаҡ. Программа менән «Мир» картаһына эйә булыусыларҙың барыһы ла файҙалана ала. Уның ярҙамында тур хаҡының 20 процентҡа тиклемен ҡайтарырға мөмкин, әммә ул 20 мең һумдан күберәк була алмай. Шул уҡ ваҡытта, әгәр сәйәхәтсе Алыҫ Көнсығышҡа юлға сыҡһа, 40 меңгә тиклем ҡайтарыу  мөмкинлеге бар.  

         Программа Рәсәй буйлап 1 октябрҙән 25 декабргә тиклем, 1 сентябрҙән навигация тамамланғанға ҡәҙәр круиздарҙа йөрөүселәргә тәғәйенләнгән. Тур өсөн 10 сентябргә тиклем түләгән осраҡта ғына  аҡсаның бер өлөшөн ҡайтарып була.

       Кешбэк программаһының көҙгө этабында үҙгәрештәр ҙә бар. Хәҙер сәфәр дүрт көндән һәм өс төндән артыҡ булырға тейеш. Элек оҙайлыҡ ике төндән тора ине.

      Туристик кешбэк программаһы, бығаса булмаған ике яҡ өсөн отошло сараһы, ул туристарға ла, бизнесҡа ла ярҙам итә. Башҡортостан, унда ҡатнашҡан иң әүҙем төбәктәрҙең береһе. Быйыл яҙғы осорҙа Башҡортостандан 44 ойошма, атап әйткәндә  туроператорҙар, шифаханалар, отелдәр программала ҡатнашҡан. Көҙгө этапта 61 ойошма ҡатнашасаҡ.

      Башҡортостанда туристик кешбэк программаһында 12 туроператор, 12 шифахана һәм 31 отель ҡатнаша.

     Тулыраҡ мәғлүмәт менән мирпутешествий.рф сайтында танышырға була.

     Башҡортостандан был программала ҡатнашыусыларҙың тулы исемлеге  https://vk.cc/cgeStH һылтанмаһында бирелгән.

Автор:
Читайте нас