Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
23 Сентябрь , 10:50

Яңы тыуған сабыйҙар төрлө ауырыуҙарға тикшерелә

Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙарҙы арҡа-мускул атрофияһына һәм беренсел иммунодефицитҡа тикшерәләр. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Яңы тыуған сабыйҙар төрлө ауырыуҙарға тикшерелә
Яңы тыуған сабыйҙар төрлө ауырыуҙарға тикшерелә

Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙарҙы арҡа-мускул атрофияһына һәм беренсел иммунодефицитҡа тикшерәләр
Скрининг Республика медицина-генетика үҙәгендә үткәрелә.
Әлеге ваҡытта Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендә нәҫелдән килгән биш ауырыуға: фенилкетонурияға, адреногениталь синдромға, тыумыштан килгән гипотиреозға, галактоземияға һәм муковисцидозға ғына неонаталь скрининг уҙғарыла.
Хәҙер иһә республикала яңы тыуған сабыйҙарҙың бөтәһен дә арҡа-мускул атрофияһына һәм беренсел иммунодефицитҡа тикшерәләр.
Башҡортостан - пилот проектына ҡушылған һигеҙенсе төбәк. Бынан алда ул Рязань, Владимир, Ырымбур, Свердловск өлкәләрендә, Краснодар крайында, Чечен Республикаһында һәм Төньяҡ Осетия-Алания Республикаһында башланғайны. Бөгөнгә 108 000 тикшереү уҙғарылған. 15 сабыйҙа арҡа-мускул атрофияһы диагнозы раҫланған.

Фото:autogear.ru

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас в