Һаулыҡ һаҡлау
4 Октября 2022, 09:30

Онкология сирҙәре менән көрәшеү өсөн яңы мониторҙар алынды

Мониторҙар ауырыуҙың хәлен оҙайлы ваҡытта контролләү функцияһын үҙ өҫтөнә ала.  

– Был мониторҙар мониторингтың Гарвард стандартына ярашлы бөтә каналдарға эйә, – ти диспансерҙың баш табибы Әҙел Измайлов. – Үҙәк станция ярҙамында бер нисә монитор пациенттарҙы контролләү системаһына тоташтырыла. Яңы технологиялар эш барышын яңы кимәлгә күтәрә һәм пациенттар хәүефһеҙлеген тәьмин итә.

Инновациялы медицина технологиялары, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстар.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас