Дөйөм алғанда федераль аҡсаны илдең 46 төбәге аласаҡ, уның өсөн өс миллиард һум аҡса бүленәсәк. Атап әйткәндә, махсус автомобилдәр, ультратауыш диагностикаһы аппараттары һәм рентген комплекстары һатып алыу күҙаллана. Сараларҙың бер өлөшө тиҙ ҡоролоусы модулле конструкциялар төҙөүгә һәм медицина учреждениеларына капиталь ремонт үткәреүгә тәғәйенләнгән. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына федераль аҡсаны ваҡытында үҙләштереү талап ителә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын үҫтереү программаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса әҙерләнгән «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.