+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
8 Ноябрь 2022, 16:25

Андрей Назаров Бөтә Рәсәй «Кәртәләрҙе емереп» форумын асты

8 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Өфөлә «Кәртәләрҙе емереп» Бөтә Рәсәй реабилитациялау индустрияһы форумын асыу тантанаһында ҡатнашты.

Андрей Назаров  Бөтә Рәсәй «Кәртәләрҙе емереп» форумын асты
Андрей Назаров Бөтә Рәсәй «Кәртәләрҙе емереп» форумын асты

Бөгөн, илебеҙ өсөн еңел булмаған осорҙа, айырыуса халыҡтың һаулығын һаҡлау һәм нығытыу мөһим. Иң киҫкен торған мәсьәлә - һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам итеү. Төп бурысыбыҙ –уларға үҙҙәренең иҡтисади һәм социаль мөмкинлектәрен тормошҡа ашыра алһын өсөн шарттар булдырыу.

      Бының өсөн медицина, профессиональ һәм социаль реабилитация менән шөғөлләнеүсе ойошмаларҙың үҙ-ара тығыҙ бәйләнешен тәьмин итергә кәрәк. Беҙ Башҡортостанда үҙенсәлекле кешеләргә ярҙам иткән предприятиелар, ойошмалар, власть органдары араһында конструктив үҙ-ара эш итеү булдырылған эшлекле майҙансыҡ асабыҙ. Бөгөн беҙ ысын мәғәнәһендә, ҡаршылыҡтарҙы емерәбәҙ!

       Бөгөнгө форум республикала ғына түгел, ә тотош Рәсәйҙә лә үткәрелгән реабилитация индустрияһының иң күләмле сараһы булыр тип ышанам. Форум майҙансығында республиканың власть органдары вәкилдәре бушлай консультациялар ойоштора.

       Табиптарҙың консультациялары менән сәләмәтлек мәсьәләләре буйынса зона айырым эшләйәсәк.

       Махсус күргәҙмә экспозицияһында Рәсәйҙең 12 төбәгенән 50-нән ашыу предприятие яңы техник реабилитация саралары һәм протез-ортопедия изделиелары тәҡдим итәсәк, тине ул.

Автор:
Читайте нас: