+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
12 Ноябрь 2022, 11:15

Сирҙең тәүге билдәләрен тойоу менән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк

Был  техник яҡтан үтә ҡатмарлы һәм артерияларҙы тишеү хәүефе көслө булған операцияны  ҙур йөрәкле хирургтар ғүмере ҡыл өҫтөндә булған ауырыуҙарға яһай...  #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Сирҙең тәүге билдәләрен тойоу менән  табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк
Сирҙең тәүге билдәләрен тойоу менән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы ,“Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән көрәш” төбәк программаһы тормошҡа ашырыла. Ул йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан үлем осраҡтарын кәметеү,  сирлеләрҙең махсус медицина ярҙамынан файҙаланыуын арттырыу өсөн эшләнә. Республика кардиология үҙәгендә йыл һайын 16 меңдән ашыу операция һәм тикшереү үткәрелә. Башҡортостан  биләмәһендә  туғыҙ төбәк ҡан тамырҙары үҙәге, алты беренсел ҡан тамырҙары бүлексәһе һәм бер шәхси ҡан тамырҙары үҙәге бар.  Республика кардиология үҙәге табиптары  дистанциянан тороп,  пациенттарҙың торошон контролләй. Кардиология үҙәгендә 2021 йылда йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефенә идара итеү үҙәге ойошторола. Уға йыл һайын ете меңдән ашыу электрокардиограмма тапшырыла. Үҙәк табип –кардиологтары йыл һайын ситтән тороп  дүрт меңдән ашыу консультация үткәрә, ә табип-пациент рәүешендә 1 700-ҙән ашыу ҡабул итеү ойошторола. Өс кимәлдәге йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефенә идара итеү үҙәге пациенттарҙы торошон дөрөҫ баһаларға һәм сирҙең аҙыу сәбәптәрен асыҡларға мөмкинлек бирә. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, йылдан-йыл дауаханалар яңы  ҡиммәтле медицина ҡорамалдары менән тулылана бара,  һөҙөмтәлә диагностика яҡшыра, операциялар өҙлөгөүҙәрһеҙ үтә.  Сирҙең тәүге билдәләрен тойоу менән  табипҡа мөрәжәғәт итеү күп ауыр хәлдәрҙән ҡотҡарып ҡаласаҡ, ғүмерегеҙҙе һаҡлаясаҡ. Хәҙер бының өсөн заманса медицина мөмкинлектәре  етерлек.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-11-09/y-r-kk-l-ter-k-k-r-k-3021950 

Автор:
Читайте нас: